Сал бөркөт. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Сал бөркөт[edit]

Даһи йырсы Абдулла Солтановҡа

Ирәмәлдә саңҡый сал бөркөткәй,

Саңҡыуынан аңҡый сал заман,

Ни күрмәгән мәғрур был аҡ таштар -

Дәүерҙәр бит килмәй гел аман.

Оса бөркөт төпһөҙ сал күктәрҙә,

Ҡауырыйы һайын бер тарих:

Яу сыҡҡанда ярҙай ирҙәр ҡалҡты,

Ғүмерҙәрен һанлап бер талир.

Барыһын иҫләй Ирәмәлкәй ҡошо,

Саңҡыуҙары ғорур һағышлы:

Ояларын бирмәй туҙҙырырға

Бөркөт кеүек ирҙәр алышты.

Ҡояшлы ни, дауыллы ни күктәр,

Сәбәләнмәй бөркөт, бәҫ юйып,

Ояһында имләй яраһын да,

Ҡая ғына ташҡа баш ҡуйып.

Башҡорт йыры бөркөт осошонан

Алғандыр тим көйгә алымын,

Өҙөлмәй ҙә генә түгелә бит

Ҡурай моңҡайҙары ағымы.

Бейегендә тауҙың - төйәккәйе,

Ғәрәсәттән тормай һис өркөп,

Талғын ғына ҡағып ҡанаттарын

Ирәмәлдә саңҡый сал бөркөт.